

Мәсет - фельдшер пункты менән бер бинала (элекке колхоз бригадаһы контораһы) урынлашасаҡ. Элек, был урында, 19 быуатта төҙөлгән мәсет ултырған.
Бөгөн бинаның был өлөшөн тәртипкә килтереү - иҙән һалыу, түбә ҡороу эштәре башланды.
Алда - ҙур ғына сығымдар талап иткән эштәр тора - иҙәнгә өҫтәмә түшәм һалыу, стеналарҙы, түбәгә отделка эшләү, ишек, тәҙрәләр, тышҡы яҡтан отделка, буяу-аҡлау эштәре һ.б.
Аллаһ ризалығы өсөн һәм урындағы йәмәғәтте көсәйтеү, рухи яңырыу ниәте менән башланған эште хупларға саҡырабыҙ.
Изгелек - ерҙә ятып ҡалмаҫ...