ЙӘМҒИӘТ
28 Июнь 2022, 10:16

Рәсәйҙең көньяғына осоштарҙы сикләү 6 июлгә тиклем оҙайтылды

-

Рәсәйҙең көньяғына осоштарҙы сикләү 6 июлгә тиклем оҙайтылдыРәсәйҙең көньяғына осоштарҙы сикләү 6 июлгә тиклем оҙайтылды
Рәсәйҙең көньяғына осоштарҙы сикләү 6 июлгә тиклем оҙайтылды

Росавиация йәнә илдең көньяғына һәм үҙәк өлөшөнә осоштарҙы сикләү режимын оҙайтты. Хәҙер тыйыу 6 июлгә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Был Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста ҡалаларына авиаосоштарға ҡағыла.

Авиакомпанияларға Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар тәҡдим ителә.

Росавиацияла билдәләүҙәренсә, башҡа йүнәлештәр ғәҙәти график буйынса эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-28/ogranicheniya-poletov-na-yug-rossii-prodleny-do-6-iyulya-2856526

Автор:
Читайте нас