

Бөгөн бөтә илдә “Бер минут тынлыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы үтә
Акция Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12.15 минутта башлана
22 июндә бөтә илдә «Бер минутлыҡ тынлыҡ» бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Акция Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12.15 минутта башлана.
81 йыл элек тап ошо ваҡытта радио аша совет граждандарына фашистик Германияның СССР-ға һөжүм итеүе тураһында мөрәжәғәт яңғырай. Кешелек тарихында иң ҡурҡыныс һәм ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе башлана. Акцияға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда һәм фронтта тыныслыҡ яулаған ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ.
«Бер минутлыҡ тынлыҡ» - ул яуҙа һәләк булған һәр яугир һәм бөтә һуғыш ҡорбандары тураһында мәңгелек халыҡ хәтере һәм ҡайғы уртаҡлашыу символы. Акция бөтә донъяға күп милләтле халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ ихтыяры һәм батырлығы тураһында тере иҫкәртеү булып тора.