ЙӘМҒИӘТ
20 Июнь 2022, 11:55

Өфө һәм Подольск ауылдарында почта бүлексәләренә ремонт эшләнәсәк.

..

Депутат Зариф Байғусҡаров районда Подольск һәм Өфө ауылдарының иҫкергән почта бүлексәләрен барып күрҙе һәм унда башҡарыласаҡ капиталь ремонт тураһында танышты. Осрашыу мәлендә подрядсылар менән пландар, башҡараһы эштәр тураһында әңгәмә алып барылды. Зариф Зәкир улы бында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ниндәй уңайлыҡтар, мөкинселектәр буласағы тураһында ҡыҙыҡһынды.

  • Өфө ауылы почта бүлексәһенә почта таратыусы булып эшкә урынлашҡайным. Бына өсөнсө йыл почта бүлексәһе начальнигы эшен башҡарам. Бүлексәлә 5 полчтальон ете ауылды хеҙмәтләндерә. Беҙгә әлбиттә, бөтә уңайлыҡтары булған почта бүлексәһе бинаһы кәрәк. Бында һыу, бәҙрәф юҡ, бина һыуыҡ, йылытҡыстар ҡуйып эшләйбеҙ. Күпме йәш кешеләр эшкә килде, уңайлыҡтары булмау сәбәпле генә эштән киттеләр.

Эшләргә, планды үтәргә тырышабыҙ. Бында башлыса өлкән быуын төрлө гәзит-журналдар алдыралар, шулай уҡ мәктәптәр, балалар баҡсалары ла күпләп яҙылалар. Өлкәндәр бүлексәгә төрлө түләүҙәргә, кәрәкле әйберҙәр алырға йөрөйҙәр.  Яңы, бөтә уңайлыҡтары булған ремонт эшләнелһә, рәхәтләнеп ең һыҙғанып ҡына эшләргә ҡала. Көткән өмөтөбөҙ. Ышанысыбыҙ тиҙ арала аҡланыр тип ышанабыҙ, - тине Өфө ауылы бүлексәһе начальнигы Гөләйшә Тажетдинова. Бында ла хеҙмәткәрҙәр депутаттан борсоған мәсьәләләргә һорауҙар ала алды. Зариф Зәкир улы почта бүлексәләренең мөһимлеген билдәләп: “Почта биналары кәрәк һәм унда эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәргә, почтаға килгән кешеләр өсөн дә уңайлыҡтары булырға тейеш, - тине һәм ул подрясылар менән мәсьәләлҙе урында хәл итеп, тиҙ арала эште башлауҙы әйтте.

Автор:
Читайте нас