

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Указы менән Константин Бузанов, Владимир Былда (үлгәндән һуң), Петр Филипов, Салауат Хәбиров экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулығы һәм юғары профессионализмы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Бүләкләнеүселәр – 1996 йылдың 23 авгусында Анапанан Өфөгә рейс башҡарған «Башҡортостан һауа юлдары» авиакомпанияһының Ту-134 экипажы пилоттары. Осош барышында ҡоштар самолетҡа бәрелгән, ләкин летчиктарҙың ҡыйыулығы арҡаһында фажиғәгә юл ҡуйылмаған. Улар самолетты ергә төшөргән һәм 60-ҡа яҡын пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарған. Экипаждың хеҙмәттәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың юллауы буйынса юғары награда менән билдәләнде.