ЙӘМҒИӘТ
17 Июнь 2022, 06:03

Хеҙмәттә сыныҡҡан быуын

Вәлит ауылынан Мәмдүҙә Әбүшахмина һуғыш осоро балаһы. Уның тормош юлы ошо осорҙа тыуған башҡа тиҫтерҙәренә оҡшаш. Буй еткергәс, башҡалар кеүек үк совхозда эшләй.

Хеҙмәттә сыныҡҡан быуынХеҙмәттә сыныҡҡан быуын
Хеҙмәттә сыныҡҡан быуын

Мәмдүҙә Әбүшахмина һуғыш осоро балаһы. Атаһы һуғышҡа киткәндә әсәһе йөклө ҡала. Шул китеүҙән ғәзиз кешеһе тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай, яуҙа башын һала. Мәмдүҙә инәйгә атай һөйөүен татып үҫергә насип булмай. Уның тормош юлы ошо осорҙа тыуған башҡа тиҫтерҙәренә оҡшаш. Буй еткергәс, башҡалар кеүек үк совхозда эшләй.

  • 15 йәштән иген утауға йөрөнөк, ә 17 йәшем тулғас, өлкәндәр менән бер рәттән көс эшенә сыҡтым. Совхозда беҙ башҡармаған эш ҡалмағандыр ул. Иген таҙартыуҙа ла йөрөнөм, һыйыр ҙа һауҙым, ашнаҡсы ла булдым, - тип хәтирәләргә бирелде Мәмдүҙә инәй.

Мәмдүҙә Муллабүләк ҡыҙы совхозда һәм һуңғы 14 йыл почтальон булып эшләп,  хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Ғәлимйән Йомағужа улы менән 65 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Өс улға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары йәшләй вафат булған. Әле улдары Ислам Вәлиттә, ә Нурмөхәмәт Комсомолда үҙ ғаиләләре менән донъя көтә. Ғәлимйән олатай сығышы менән Баймаҡ районынан. Хәйбуллаға эшкә килеп, өйләнеп Вәлит ауылында төпләнгән. Совхозда тракторҙа, комбайнда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Гел алдынғылар рәтендә йөрөй, ярыштарҙа миҙалдарға лайыҡ булған.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 21-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас