

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында Ниғәмәтовтар ғаиләһенең проекты ҡаралды. Күп балалы ғаилә Первомайский ауылында һөтсөлөк менән шөғөлләнергә иҫәпләй.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ғаиләнең шәхси эшҡыуарлыҡта тәжрибәһе бар, өс йыл крәҫтиән-фермер хужалығы йүнәлеше буйынса шөғөлләнгәндәр. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарында 20 баш эре мөгөҙлө мал тоталар. Тракторҙары, бесән сабыу өсөн ҡоролмалары, фермалары бар. Агросәнәғәт ҡулланыусылар кооперативы йүнәлеше буйынса 2 һыйыр, һауыу аппараты алырға ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ултырышта ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлдарын тәҡдим итергә ҡушыла.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышы аҙна һайын “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.