

Бөгөн Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы алдынан ил президенты Владимир Путин технологиялар һәм инновациялар, ауыл хужалығы, иҡтисадтың креатив секторы өлкәһендә стартап әҙерләүсе йәш эшҡыуарҙар менән осрашасаҡ.
Осрашыуҙа йәштәр эшҡыуарлығын, глобаль һәм Рәсәй иҡтисадын, социаль өлкәне һәм технологияларҙы үҫтереү мөмкинлектәре тикшереләсәк.
Форумда ҡатнашыусылар иҫәбендә - Туймазының «Корона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Алмаз Мәмлиев.
Компания ортопедия матрастары һәм карауаттар сығара. Предприятие киңәйә: әле етештереү майҙансығы төҙөлә, ул республикала булдырылған мебель кластерының бер өлөшө буласаҡ. «Корона» Башҡортостандың көнбайышында мебель етештереүселәрҙе берләштерәсәк.