

Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Республика Башлығы гранттарын биреүгә конкурс иғлан итте.
Уға республикаһының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашыусы һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыусы дәүләткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәғүә итә ала.
Заявкалар ҡабул итеү 1 июндә башланды. Уны 30 июненә тиклем урындағы ваҡыт менән 17.00 сәғәткә тиклем тапшырырға мөмкин.
Конкурстың дөйөм бюджеты – 101,5 миллион һум. Бер проектҡа 3 миллион һумға тиклем сумма ҡаралған.
Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә тормошҡа ашырылған түбәндәге йүнәлештәр буйынса проекттар тәҡдим ителә ала:
- граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау;
- ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа булышлыҡ итеү;
- республика мәҙәниәтен, сәнғәтен, тарихи хәтерен һаҡлау;
- граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү;
- һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау;
- фән, мәғариф һәм аң-белем таратыу;
- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу, хайуандарҙы яҡлау;
- милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу.
Белешмәләр өсөн телефондар:
7 903 311 69 37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу бүлеге),
7 967 453 92 72 (финанс бүлеге),
7 967 453 9259 (белем биреү программалары, анализ һәм планлаштырыу бүлеге).