

Медиайыйын»дың секция ултырышында сығыш яһап, «Юлдаш» радиоканалы баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева социаль медианы үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Башҡорт телендәге радиоға был туранан-тура ҡағыла. Уға федераль станциялар менән даими конкуренция шарттарында эшләргә тура килә: Өфөлә «Европа плюс», «Русское радио», «Ретро» һ.б. федераль брендлы селтәрҙәр бар. Республикалағы 26 радиостанция араһынан дүрт локаль станция «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ҡарамағында: «Юлдаш», «Спутник ФМ», «Ашҡаҙар» радиолары һәм «Юлдаш+» йәштәр интернет-радиоһы.
«Радионы FM-диапазонында тыңлау мөмкинлеге кәмеүҙе беҙ онлайн-форматтағы аудиторияны үҫтереү менән компенсациялайбыҙ. Был аудитория йылдан-йыл үҫә: оффлайн и онлайн тәртиптә кешеләрҙең 38 проценты тыңлаһа, һигеҙе – тик онлайн рәүештә. Ваҡыт күрһәтеүенсә, радио селтәрҙә бик һәйбәт эшләй ала. Ул төрлө формаларҙа хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлектәрен үҙләштерә», – тине Миләүшә Ғәлиева.
Миләүшә Ҡасим ҡыҙы ошо тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Әле эшләгән журналистарҙың күбеһе тәүҙә студент сағында стажер булараҡ хеҙмәткә өйрәнгән, һөҙөмтәлә аҙаҡ редакцияға һөнәр үҙенсәлнектәрен белеп килгән. Ошоно иҫәптә тотоп, телерадиокомпания үткәргән тренингтарға, квалификацияны күтәреү курстарына стажерҙар ҙа индерелә. Шул уҡ ваҡытта маҡсатлы аудитория менән көндәлек эш тә бик мөһим – тыңлаусыларҙың ниҙәр көтөүен белеп, эфирға тейешле контент тәҡдим итеү ике араны нығыраҡ яҡынайта, бер-береңә ышанысты арттыра.