

2-се Аҡьяр мәктәбенең көндөҙгө "Хәйбулла вариҫтары" йәйләүендә йәрәгән уҡыусы балалар 75 саҡрым араны үтеп, Вәзәм ауылына оҫталыҡ дәрестәре алырға, күргәҙмә күрергә ҙур теләк менән килеп ҡайттылар. Балаларға ауылдың оҫталарының эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.Шулай уҡ малайҙарға Рәил Ғәлиев һәм Мөхтәр Сурин йүгән, сыбыртҡы үрергә, арҡан ишергә өйрәтте. Кәримова Гөлнара һәм Баныу Мөхәмәтова ҡыҙҙарға хәситә эшләү серҙәренә өйрәтһә, Гөлназ Сурина станкта балаҫ һуғыуҙы өйрәтте. Балаларға барыһы ла оҡшаны, дәртләнеп, рәхмәттәр әйтеп, ҡыуанышып ҡайтырға сыҡтылар. Матур хәтирәләр күңелдә ҡалдырҙы улар, өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн, тиеп беҙ ҙә ҡыуанып оҙатып хушлаштыҡ. Һаулыҡ, уҡыуҙарында уңыштар, күңелле йәйге каникулдар теләйбеҙ балаларға һәм уҡтыусыларына.
#МалоарслангуловскийСК
#ХайбуллинскийРайон