ЙӘМҒИӘТ
8 Июнь 2022, 06:43

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер...

-

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер...Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер...
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер...

Уралабыҙ, бөтөрөләбеҙ эше бөтмәҫ был донъяла. Инәбеҙ,сығабыҙ,күсенәбеҙ, абынабыҙ, һөрлөгәбеҙ шул донъяла. Кем хәстәре кемгә кәрәк? Донъя шулай ҡоролған.Йылдар үтеү менән ваҡиғалар алыҫлаша.Бала саҡта, йәшлек тә арта ҡала... Аллаһ һиңә оҙон ғүмер бирһә,ҡыуалаһаң да китмәй торған ҡартлыҡ килә. Маңлайҙар һырлана, сәстәр саллана, аҙымдар һалмаҡлана, бер –беребеҙ менән осрашыу ҙа һирәкләнә.
Үткәндәр һағындыра... Ҡайһы саҡ хәтер йомғағын да һүтеп алаһы килә. Бына шул маҡсат менән « 80 +» йәшендәгеләрҙе йыйып осраштырырға булдыҡ. Мәсет –Аллаһ йорто. Халыҡ килә торған урын. Мәсеткә йөрөүселәр менән һөйләштек тә « 80 +» йәштәгеләр менән осрашыу үткәрергә булдыҡ. “Йома сәйе” исемле осрашыу булды. Алдан ветерандар менән осрашып, тормош юлдары тураһында яҙып алдыҡ, альбом төҙөнөк. Улар йома намаҙында ҡатнашты. Имам-хатиб Ғөбәйҙуллин Мәүлитдин “ Йома сәйе”, йома ваҡыты тураһында фәһемле хөтбә һөйләне. Намаҙҙан һуң сәй табынын да ололар менән аралашыу дауам итте.
Улар кемдәр һуң: Бикбова Файза, Яратҡолова Хәкимә, Атанова Сәфәрбикә, Байғусҡарова Фәйрүзә,Игебаева Альмира,Тулыбаева Рәхилә, Ишкильдин Рәсүл, Мухаметов Сәйфулла,Киналиева Заһира,Байғускаров Камилйән,Игебаева Өмөгөлсөм, Муртазин Әхмәт, Тулыбаева Миңнур, Урыҙбаева Тәнзилә, Ғөбәйҙуллина Асия, Бикбов Булат, Абдуллин Хисам.
Осрашыуҙа ошо төбәктә үҫкән,тик тормош елдәре бынан алып сығып киткән яҡташтар ҙа бар ине. Ырымбур яҡтарынан Асия Ғөбәйҙуллина, Йәнтештән Булат Шаһимарҙан улы. « 80 +» йәштәгеләр араһында ауылдың иң өлкәне Бикбова Файза, кесеһе Урыҙбаева Тәнзилә апайҙар.
Ветерандар Советы рәйесе Хисам Усман улы ололар иңенә төшкән ауыр балалыҡ йылдары, зарланмайса ең һыҙғанып донъя көткән, ауылды төҙөкләндергән йәшлек йылдары,әлеге ҡартлыҡ көндәре тураһында бәйән итте. Күҙ йәштәрһеҙ тыңлау мөмкин түгел ине. Әсенеп һөйләгән ерҙәре күңелде әрнетһә , шатлыҡ кисергән саҡтары һөйөндерҙе. Сәй табынында тормоштарына бәйле еңел-еңел һорауҙарға яуап бирҙеләр. Имам–хатип осрашыуға тиклем йәшәй алмаған һабаҡташтары, баҡыйлыҡҡа күскән хәләл ефеттәре, балалары, яҡындары рухына һәм Байғусҡаров Камийән ағайҙарҙың Украина ерендә тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашып йөрөгән ейәндәре һәм ауылдаштар һаулығына Ҡөръән аяттары бағышланы. Һәр береһенә лә иҫтәлекле бүләктәр таратылды. Мәсеттә йөрөүселәрҙең , ауыл советы специалистары Дәүләтберҙина Сәлиә, Юламанова Фирүзәнең ярҙамдары өсөн рәхмәт белдереп таралыштылар. «Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде» - ти халыҡ мәҡәле. Ололар күберәк өйҙәрендә булалар. Осрашыуға мохтаж,һыуһаған өлкәндәр өсөн был бик кәрәклелер тип уйлайбыҙ. Йәштәргә улар матур тормош, ғәилә именлеге, һәр ерҙә тыныслыҡ , һуғыш булмаһын тип теләктәрен еткерҙеләр.

Ветерандар Советы ағзалары Игебаева Роза Бурибаевна, Ҡыҙрасова Миңниса Мөхәмәҙей ҡыҙы.

Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте сайтынан.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас