
Башгидрометүҙәктән белдереүҙәренсә, Башҡортостан алдағы көндәрҙә Каспий диңгеҙе йоғонтоһондағы “көньяҡ” циклоны йоҡонтоһонда була.
Ул 10 июнгә тиклем үҙ көсөндә ҡала. Был көндәр яуым-төшөмлө буласаҡ. Урыны менән йәшенле көслө ямғырҙар үтә, тип белдерә синоптиктар. Төндә +7,+12°, көндәҙ +13,+18° йылы була. Көньяҡ-көнбайыш райондарҙа термолметр бағанаһы 22 градусҡа тиклем күтәрелә. Ел ваҡыты менән көслө – секундына 15-20 метрға тиклем.