ЙӘМҒИӘТ
7 Июнь 2022, 10:34

"Медиагеройҙар: тарих һәм замана. Яңы йөҙҙәр, ваҡиғалар һәм киң мәғлүмәт сараларының роле".

..

"Медиагеройҙар: тарих һәм замана. Яңы йөҙҙәр, ваҡиғалар һәм киң мәғлүмәт сараларының роле"."Медиагеройҙар: тарих һәм замана. Яңы йөҙҙәр, ваҡиғалар һәм киң мәғлүмәт сараларының роле".
"Медиагеройҙар: тарих һәм замана. Яңы йөҙҙәр, ваҡиғалар һәм киң мәғлүмәт сараларының роле".

Пленар ултыртышта Башҡортостан республикаһы Башлығы Радий Хәбиров йәш быуынды, балаларҙы илһөйәрлек тойғоһонда тәрбиәләү мөһимлеге хаҡында әйтте. Ошо ундайҙан сығып, "Медиаилһөйәрлек" майҙанында "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Донецк Республикаһы Башлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алена Алексееваға уларҙа күпме балалар баҫмаһы сығыуы, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү нисек алып барылыуы тураһында һораны.

Ул:
- Резань дәүләт университетында 3000 уҡытыусы рус теле һәм әҙәбиәте, тарих буйынса махсус курстарҙа белем алды. Улар дәүләттең киләсәген тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөн индерер, тип уйлайым. Әле беҙҙә балалар баҫмалары юҡ, әммә тергеҙербеҙ, тип өмөт итәбеҙ. Һеҙҙең республикала илһөйәрлек тойғоһо ныҡ һаҡланған", - тине.

Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һөйләшеүгә ҡушылып: "Киләсәктә ике төбәкте берләштергән балалар баҫмаһын Донецк Республикаһында ла сығарырға кәрәк. Рәсәй Федерацияһы кимәлендәге грантҡа сығырға кәрәк Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә. "Аҡбуҙат" Донецк балаларына ла барып етер!"- тине.

 

Автор:
Читайте нас