

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ер ямғырҙарға таҙарынып, үләндәр сәскә атҡас, матур күлдәктәрен кейеп, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ҡырға "Йолоҡ туйына" ашыға. Улар шифалы ете төрлө үләндәрҙән тәмле аш бешереп, самауырлап үлән сәйе эсеп таҙарынды. "Балдырған, кесерткән, оҫҡон, көпшә, йыуа, ҡуҙғалаҡ, әсерткене турап бешергән ашҡа ҡатыҡ йә ҡаймаҡ һалып ашауҙы йәй башында өс тапҡыр бешереп ашаған кеше йыл буйы ауырымай тигән ырым бар. Йылмайып ҡалҡҡан ҡояшҡа, яуған йылы ямғырға, тәбиғәткә рәхмәттәр әйтеп доға ла ҡылыу кәрәк. Вәзәм йылғаһынан һаулыҡ һорап, бит ҡулдарҙы сайып, йыл әйләнәһенә шаулап ағыуын теләнек. Шифалы үләндәрҙең һаулыҡҡа файҙаһы тураһында әңгәмә алып барылды. Йылға буйында йырлы уйындар ҙа уйнап алдыҡ. Доньяла именлек булһын, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ!"-тип хәбәр итә вәзәмдәр! Теләктәр ҡабул булһын, йәй уңышлы, уңдырышлы килһен!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.