ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2022, 04:19

Тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тест Әгәр ҙә ирегеҙ менән мөнәсәбә­тегеҙҙең ниндәй булыуын асыҡларға теләһәгеҙ, һорауҙарға мөмкин тиклем дөрөҫ яуап бирергә тырышығыҙ.

Тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?Тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?
Тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?
1. Ирегеҙ күңел серҙәре менән бүлешәме?
а) эйе;
б) һирәк;
в) мин артығын белергә телә­мәйем.
 

2. Ул тетрәнеүҙән, көсөргә­нештән нисек сыға?
а) һеҙҙең менән кәңәшләшә, килеп тыуған ауырлыҡтарҙан сығыу юлдарын икәүләшеп эҙләйһегеҙ;
б) дуҫтары менән эсә;
в) белмәйем.
 

3. Һуңғы йылда ирегеҙ...
а) шундай уҡ, әллә ни үҙгәрмәне;
б) тиҙ ҡыҙыусанға, ярһыуға әй­ләнде;
в) тынысланып ҡалды.
 

4. Ирегеҙ ҡасандыр һеҙгә өйлән­гәне өсөн бөгөн ҡәнәғәтме, нисек уйлайһығыҙ?
а) моғайын да, эйе;
б) ҡайһы берҙә үкенеүен белдерә;
в) үкенескә ҡаршы, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай.
 

5. Уның янында бейемегеҙҙе тәнҡитләйһегеҙме?
а) һирәк;
б) төрлө хәлдәр була;
в) йыш ҡына.
 

6. Уны нимә сығырынан сы­ғара?
а) туҙып ятҡан әйберҙәр;
б) артыҡ тоҙло аш;
в) һеҙҙең әлеге тышҡы ҡиәфәт.
 

7. Әгәр көтмәгәндә ирегеҙҙең хеҙмәттәше йәки дуҫы ҡунаҡҡа килһә, һеҙ...
а) аш табынына саҡыраһығыҙ;
б) сәй тәҡдим итәһегеҙ;
в) диванда китап уҡыған килеш ята бирәһегеҙ.
 

8. Өй эштәре икәү-ара бүлен­гәнме?
а) эйе;
б) юҡ;
в) бөтә өй мәшәҡәте минең иңдә.
 

9. Хоккей йәки футбол ҡарағанда, һеҙҙең телевизор алдында йөрөгәнде күреп, ирегеҙ:
а) “Ҡәҙерлем, һин һәр ваҡыттағыса һылыуһың!”
б) “Зинһар, ситкәрәк кит инде!”
в) “Торма унда, атайың быяла ҡойоусы түгелдер бит?!
 

10. Ҡасан да булһа айырылышыу хаҡында уйлағанығыҙ булдымы?
а) эйе, бер-ике тапҡыр ғына уйлағаным булды;
б) эйе, уйлап алам;
в) был хаҡта йыш баш ватам.
 

Хәҙер яуаптарҙы айырып бил­дәләп сығығыҙ, ҡайһыһына күбе­рәк йыйылған, шул һеҙгә тап килә:
 
 
“а” – һеҙҙең ғаилә мөхәббәткә һәм ышанысҡа нигеҙләнгән. Килә­сәктә лә ошо йылылыҡ һаҡланырға яҙ­һын. Мөхәббәт ҡарабығыҙ ел-дауылдарға осрап, үҙ-ара мөнәсә­бәттәрҙе ҡаҡшатмаһын өсөн үҫергә мөмкинлек бирерҙәй, файҙалы һәм мауыҡтырғыс шөғөл табырға тырышығыҙ.
 

“б” – һеҙҙең ғаилә ҡәҙимге ғаиләләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Бер үк мәшәҡәттәр, йыуаныстар... Тормош иптәшегеҙ дуҫтары менән осрашҡанда: “Минең ҡатын кисә тағы үпкәһен белдерҙе, уға туҡтауһыҙ нәмәлер кәрәк”, – тип зарланасаҡ. Ә ҡатын, үҙ сиратында, ирем тағы һалып ҡайтҡан, тип әхирәттәренә һөйлә­нәсәк. Шуның менән йөрәктәр тынысланып, тормош үҙ мәшәҡәте, үҙ шатлығы менән дауам итәсәк.
 

“в” – никахығыҙ һәләкәт алдында. Бында киләсәкте төҫмөрләр ике юл бар: беренсеһе – бер нәмә­гә иғтибар итмәй, барыһын да үҙ яйына ҡуйыу; икенсеһе – айырылы­шып, шәхси тормошоңдо ҡороуҙы хәстәрләү.

 

 

А. ШӘҺИТОВА әҙерләне.
Автор:
Читайте нас