


Урал аръяғындағы инвестиция һабантуйын үткәреүгә 200 ирекмән йәлеп ителгән. Барлығы мең ярым ҡунаҡ, стратегик сессиялар уҙғарыуға биш төп майҙансыҡ, түңәрәк өҫтәлдәр, күсмә семинарҙар, тиҫтәләгән килешеүҙәр, мәҙәни саралар - быларҙың барыһы ла бөгөн Сибайҙа уҙғарылған “Урал аръяғы- 2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында бара.
Быйыл Сибайғаҙы инвестиция һабантуйын уҙғарыуға Өфө, Бәләбәй, Сибай, Салауат ҡалаларынан 200 ирекмән йәлеп ителгән.
Ирекмәндәр ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, оҙатып йөрөү, аккредитация уҙғарыу, урынлаштырыу, навигацияла, протоколда, эшлекле ирекмән хәрәкәтендә ҡатнашыу кеүек бурыстар башҡара.
Ирекмәндәрҙең ҙур өлөшө, 70 кеше навигацияла эшләй. Улар ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яғымлы яуап бирә, майҙансыҡтарға оҙата. Үҙ сиратында һабантуй майҙансығы ирекмәндәргә туҡланыу, йәшәтеү шарттары биргән, махсус экипировка менән тәьмин иткән.
Инвестиция һабантуйы йомғаҡтары буйынса, барлыҡ ирекмәндәргә лә рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.