

Азамат Мәхмүтйән улы ихатала эш менән булышҡан арала, йортҡа инеп, Рәшиҙә Килдейәр ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ишек алдында ла, тәҙрә төптәрендә лә шау сәскәләр шунда уҡ күҙемә салынды. Быға тиклем осрамағандары, яттары ла бар.
--Эйе, сәскәләр үҫтерергә яратам. Шытып сыҡҡандан уларҙы яратып, һөйләшә башлайым. Тәүге япраҡтарын, сәскәгә бөрөләнгәндәрен күреп ҡыуанам. Күрше-тирә менән төрлө ятыраҡ орлоҡтар яҙҙыртып, бүлешеп алабыҙ. Кемдә ниндәй сәскә үҫә, алмаштырып та алабыҙ, нисек тәрбиәләргә кәңәшләшәбеҙ,--тине гөлдәр хужабикәһе. Тағы ла шуны белдем. Матур гөлдәр күҙһенә лә икән. “Эйе, сәскәләргә лә күҙ ҙә тейә. Ҡайһы кеше һоҡланып ҡараһа, шунда уҡ шиңеп, япраҡтары һәлберәп төшә. Доғаларымды уҡыһам, терелеп китәләр”,--ти Рәшиҙә апай. Сәскәләр тураһында һөйләгәндә йөҙөнөң балҡып китеүе лә уның был шөғөлгә ни тиклем мөкиббәт китеп тотоноуын күрһәтә.
Рәшиҙә Әлибаева шәп баҡсасы. Әле май айы һалҡын һәм ямғырлы тип, күптәр йәшелсә сәсмәгәндә, уның ҡыярҙары ла өлгөргән. Баҡтиһәң, иртә уңыш алам тиһәң, теплица булыуы ла мотлаҡ түгел. Дүрт яҡтан таяҡҡа эләктереп, шыптыр полиэтилен менән ҡапланған ҡәҙимге ер түтәлдә эре-эре ҡыярҙар тәгәрәп ята, икенсе түтәлдә помидорҙар аллана башлаған.
--Баҡса үҫтерергә яратам. Ошо ваҡытта ҡыяр-помидорҙар өҫтәлемдә була. Кешенеке яңы өлгөрә башлағанда, мин салат-маҙар эшләп, мөгәрәпте тултырам. Быйыл да үҫентеләрҙе иртә ултырттым. Йәй буйына емеше менән ҡыуандырған еләкте мешоктарға һалып балаларға таратам. Нисек ултыртырға өйрәтәм. Әйҙә, рәхәтләнеп, йәй буйы емеш ашаһындар. Виноград та емеш бирә. Һарымһаҡ-һуғандар ултырттым, тәрбиәләп торһаң, бөтәһе лә үҫә инде,--ти Рәшиҙә Килдейәр ҡыҙы.
Әлибаевтар бик тырыш, кешегә ярҙамсы ғаилә. Уларҙың татыу ғаиләһе бынан 46 йыл элек барлыҡҡа килә. Ул саҡта Әбүбәкер ауылы ҡыҙы Рәшиҙә әхирәтенең тыуған көнөнә тип ҡунаҡҡа килә. Шунда Азамат Мәхмүтйән улы менән танышып, бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешәләр. Килен булып төшкәс, бер нисә ай ғына клубта эшләп өлгөрә. Аҙаҡ 37 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ә Азамат Әлибаев армиянан ҡайтҡас, электрик булып эш башлай һәм пенсияға сыҡҡансы ошо һөнәренә тоғро ҡала. Улар Рәсимә исемле матур ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле Рәсимә Сибай медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, эшләп йөрөй.
Әлибаевтарҙың донъяһы гөрләп тора. Күпләп мал-тыуар, йылҡы аҫрайҙар. Ихата тултырып ҡош-ҡорт тоталар. Азамат Мәхмүтйән улы һунарсы. Көн дә йәйәүләп йөрөүҙе маҡсат итеп алған. Ә Рәшиҙә Килдейәр ҡыҙының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Оҫта тегенсе, бәйләргә ярата. Үҙ ваҡытында шәлдәр, кофталар бәйләй. Ул өс саҡырылыш район Советы, урындағы Совет депутаты итеп һайлана. Төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша.
--Эшләгән саҡта ла, хәҙер ҙә йәмәғәт эшендә ҡайнайбыҙ. Элек хатта баҫыуға сәсеү эшенә лә йәлеп итә инеләр. Таң менән һыйырҙы һауып сығып китәм дә, төндә генә ҡайтып килә инек. Ҡайҙа мәҙәни саралар, төрлө өмәләр үтә, барыһында ла ҡатнашам. Әле ағинәйҙәр клубы ағзаһымын. Үҙебеҙгә үҙебеҙ матур күлдәктәр тегеп алдыҡ. Һаман да йәштәр кеүек йүгереп йөрөйбөҙ,--тип һөйләне Рәшиҙә Әлибаева