ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2022, 10:10

"Телеңде йоторлоҡ!" - Люля-кебаб, ләүәштән ролл, шоколадлы кекс, "фри" картуфы, француз шарҙары

..

"Телеңде йоторлоҡ!" - Люля-кебаб, ләүәштән ролл, шоколадлы кекс, "фри" картуфы, француз шарҙары"Телеңде йоторлоҡ!" - Люля-кебаб, ләүәштән ролл, шоколадлы кекс, "фри" картуфы, француз шарҙары
"Телеңде йоторлоҡ!" - Люля-кебаб, ләүәштән ролл, шоколадлы кекс, "фри" картуфы, француз шарҙары

Люля-кебаб

1 кг фарш, 1-2 башлы һуған, йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка, кинза), 1 йомортҡа, тоҙ, борос, хмели-сунели, паприка кәрәк.
Барлыҡ ингредиентты бергә бутап, колбаса формаһында әүәләргә. Унан махсус ағас таяҡтарға кейҙерергә лә духовкала 30 – 40 минут бешерергә.

Ләүәштән ролл 

Бер ҙур ғына әҙер ләүәш, банкалағы ыҫланған мойва балығы ыуылдырығы, 100 г бешкән дөгө, еңелсә тоҙланған бағры, ҡыяр,  өҫтөн биҙәргә ҡыҙыл ыуылдырыҡ кәрәк була. 
Ләүәште йәйеп haлырға ла өҫтөнә мойва ыуылдырығын һыларға. Һуңынан дөгөнө йә­йергә, артабан  балыҡты, ҡыяр­ҙы  ваҡлап  турарға, майонез һыларға. Ләүәште төрөргә. 10 минутҡа һыуытҡыста ҡуйып торорға.


Шоколадлы кекс 

200 мл йылы һыу,130 г шәкәр, 80 г бал (джем), 80 мл көнбағыш майы, 40 г какао, 2/3 балғалаҡ со­да, самалап тоҙ, 1 стакан он (200 г) кәрәк.
Йылы һыуға барыһын ҡушып болғатырға ла иң аҙаҡтан он менән какаоны иләп ҡушырға. Теләгәндә шоколад, сәтләүек өҫтәргә була.
Ҡамырҙы формаға ҡойоп, 180 градусҡаса эҫетелгән мейестә 40 минут бешерергә. Шырпы төр­төп тикшерергә онотмағыҙ.

«Фри» картуфы

Уртаса ҙурлыҡтағы 5 –7 картуф, 2 йомортҡа ағы, тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос кәрәк.
Картуфты әрсеп, 1 см ҡалынлығында таяҡсалар кеүек турарға. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туҡырға. Тоҙ, паприка, ҡара боросто һалып, яҡшылап болғатырға.
Картуфты сөм һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йомортҡа ағын ҡушып, яҡшылап бутарға.
Духовканы 200 – 220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырырға.Картуфты табаға һалып, алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә. 

Француз шарҙары

4 йомортҡа ағы, 200 грамм сыр, 1 ҡалаҡ он, көнбағыш майы, петрушка, тоҙ һәм борос, кәрәк.
Йомортҡа ағын туҡып, ҡырғыстан ҡырылған сыр өҫтәргә Тәменсә тоҙ, борос, петрушка һалырға. Түңәрәктәр эшләп, онда әүәләп, майҙа бешерергә. Майы һарҡһын өсөн ҡағыҙ салфеткаға һалып торорға.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:AdminQ Admin
Автор:
Читайте нас