


Шөкөр, илебеҙҙә һәм Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл көндән-көн яҡшыра. Ләкин пандемия, ниһайәт, үтеп китеп бара, тип тыныслана ғына башлағайныҡ, донъяла йәнә ҡурҡыныс инфекциялар – маймыл сәсәге һәм холера таралыу хәүефе хаҡында һүҙ сыҡты.
Был сирҙәрҙең билдәләре, уларҙан һаҡланыу хаҡында бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында республиканың баш санитар табибы Анна Казак һөйләне.
Ул 1 июнгә ҡарата республикала маймыл сәсәге һәм холера йоҡтороу осраҡтары булмауын билдәләне.
Ләкин шулай ҙа һаҡланыу саралары күреү үтә лә мөһим:
– тик ҡайнатылған йәки һауыттарға ҡойоп һатылған һыуҙы ғына эсергә;
– аҙыҡты термик эшкәртергә,
– ҡулдарҙы ентекләп йыуырға, санитария сараларын ҡулланырға;
– сит илдәргә сыҡҡанда мотлаҡ рәүештә һаҡланып, гигиена талаптарын ҡәтғи күҙәтеп йөрөргә.
Фото “Башинформ”дан алынды.