


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына рәүешле, ата-әсәләрҙең балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә булыуына сикләүҙәр ғәмәлдән сығарыла. Бынан тыш, дөйөм мәктәп сараларын үткәреүҙәр рөхсәт ителә.
Хәтерегеҙгә төшөшөп китәбеҙ: мәғариф ойошмаларында санитар сикләүҙәр пандемия башланғас, 2020 йылда, индерелгәйне һәм улар ике йыл дауамында ғәмәлдә булды.