


2022 йылда «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды — 10 миллион һум. Турнирҙа башҡорт тоҡомло аттарҙа йөҙҙән ашыу жокей ҡатнашасаҡ. Махсус ҡунаҡ — ТНТ телеканалы йондоҙо, сәхнәлә һөйләү оҫтаһы Артем Моратов, ул тамашасыларға “Шаяндар һәм тапҡырҙар” клубы тапшырыуҙарынан яҡшы таныш.
Ярыштарҙың 1/8 тәүге финал этабында кескәй ҡунаҡтар өсөн бушлай уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк, батуттар, аквагрим, шулай уҡ бүләктәр менән төрлө бәйгеләр үткәреү ҡаралған.
Чемпионатты асыу сараһы 4 июндә киске сәғәт 5-тә «Аҡбуҙат» ипподромында була.