ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2022, 09:34

Краб таяҡсаларын ашарға яратаһыңмы?

 Баҡһаң, ул организмға кире йоғонто яһай икән. 

Краб таяҡсаларын ашарға яратаһыңмы?Краб таяҡсаларын ашарға яратаһыңмы?
Краб таяҡсаларын ашарға яратаһыңмы?

Краб (ҡыҫаланың бер төрө) таяҡсалары иртә ҡартайта, ти медицина фәндәре докторы, Һамар диетология һәм диетотерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты директоры Михаил Гинзбург. Ышанмай ҙа булмай. Сөнки профессор әйтә бит.

Краб таяҡсалары составында буяу матдәләре, тәмде көсәйткес һәм башҡа ҡушылмалар күп. Был химик матдәләр ҡартайта торған көскә эйә. Өҫтәүенә, сир барлыҡҡа килтереүҙәре лә ихтимал.

Диетолог был ризыҡты үтә һирәк ашарға кәрәклеген иҫкәртә. Ашамаһағыҙ ҙа, бер ерегеҙ ҙә кителмәҫ. Яһалма (балыҡ ҡушып яһала) ризыҡ бит ул, краб менән уртаҡлығы юҡ.

Фото: magnitfish.com

Автор:Алһыу Ишемғолова.
Автор:
Читайте нас