

Бәләбәйҙә Ленин һәм Ҡыҙыл урамдары киҫелешендә ғәҙәттән тыш хәл булған. «Светлый путь» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, «Башавтотранс» пассажир автобусына һыу мискәһе килеп бәрелгән. Ярай әле автобусда пассажирҙар булмаған.
Һуңынан шул билдәле була - һыу тултырылған ике тәгәрмәсле һауыт юл эшселәре тракторынан ысҡынып китеп, «НефАЗ»ға килеп бәрелә. Ярай әле автобусда пассажирҙар булмаған.
"Башинформ"