

Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһында булған хәл икән был.
Бер ҡатындың 22 йәшлек улы видеоуйындарға ылығып киткән. Ылығыу ғына түгел, ә ауырыуға әйләнгән тиерлек.
Махсус гаджеттар һатып алған, уларҙы һатыу менән дә шөғөлләнгән. Көнө һәм төнө шулар менән үткән. Балаһының өлкәнәйеүен теләгән әсә полицияға ғариза яҙған. Унда улының хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүен белдергән һәм тиҙ арала сара күреүҙәрен һораған. Шулай ҙа була бөгөн...
Фото: trends.rbc.ru