ЙӘМҒИӘТ
27 Мая 2022, 06:04

Старостаның һүҙе үтемле

Комсомол ауылынан Заһира Сафина бына инде  тиҫтә йылдан ашыу  ошо йәмәғәт эшен тарта

Старостаның һүҙе үтемлеСтаростаның һүҙе үтемле
Старостаның һүҙе үтемле

Ауыл кешеһен кем яҡшы белә? Әлбиттә, һәр бер сараның уртаһында ҡайнаған, ойоштороу эшен алып барған ауыл старостаһы. Комсомолдан Заһира Сафина бына инде  тиҫтә йылдан ашыу  ошо йәмәғәт эшен тарта. Һәр ауылдың – бәләкәйме ул, ҙурмы – төрлө мәсьәләләре, эреле-ваҡлы мәшәҡәттәре бар. Заһира Нурислам ҡыҙы ла тыумыштан килгән  холоҡ-фиғеленә һәм һәләтенә таянып, һәр яҡлы мәсьәләләр менән   килеүселәргә ихлас ярҙам итә.    

Заһира Сафина хәҙер күптән хаҡлы ялда. Хеҙмәт юлында етәксе вазифаларҙы башҡара.

--Комсомол  ауылы старостаһы булыу әллә ни ауыр түгел. Халыҡ менән бер фекергә килеп, урындағы иницивативаларҙы хуплау программаһы сиктәрендә балалар уйын майҙансығы эшләнде. Быйыл ошо уҡ программа нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде яңыртырға уйлайбыҙ. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” һәм башҡа байрамдарҙы үткәрҙек, быйыл иһә Урамдар байрамын ойоштороу планлаштырыла. Комсомолдар ауылды төҙөкләндереү буйынса  өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ғөмүмән, бында халыҡ тырыш,  йәштәр ҙә байтаҡ,--тип һөйләне Заһира Сафина.

Бына ошо түләнмәгән вазифаны тартып, бер ниндәй аҡсаға өмөт итмәй, ә үҙ теләге һәм намыҫ ҡушыуы буйынса ауыл ерен йәмләндерергә һәм тәртип булдырырға, халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышҡан старосталарға  афариндан башҡа ни әйтәһең?

Мәҡәләнең тулы вариантын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас