ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2022, 09:59

Биш бала –биш шатлыҡ

Вәлит ауылынан  биш бала тәрбиәләгән Гөлсөм һәм Айҙар Аслаевтарҙың ишле ғаиләһе менән  танышыу мөмкинлеге тейҙе

Биш бала –биш шатлыҡБиш бала –биш шатлыҡ
Биш бала –биш шатлыҡ

Вәлит ауылынан  биш бала тәрбиәләгән Аслаевтарҙың ишле ғаиләһе менән дә танышыу мөмкинлеге тейҙе.

Ҙур ихатала тәртип,  йәшелсәләр ултыртылған түтәлдәр,  картуфлыҡ ере күҙгә салынды. Ҡаҙ бәпкәләре лә алып өлгөргәндәр.  Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, өйҙә йылы, тәмле еҫтәр сығарып аш бешә. Һәр ерҙә таҙалыҡ, сафлыҡ Гөлсөмдөң өлгөрлөгөн күрһәтә ине. Үкенескә күрә, йорт хужаһы Айҙарҙы өйҙә тап итә алманыҡ, ул вахта менән Себер тарафтарында эшләй.

Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып,  армиянан көтөп алып, һуңынан өйләнешкән Гөлсөм һәм Айҙар Аслаевтар 5 бала тәрбиәләй. Татыу ғаиләлә  Сабина, Назар, Зарина, Адель һәм Арсен исемле малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫә. Ҙурҙары 4-се һәм 3-сө кластарҙа белем ала. Уртансыһы быйыл көҙ мәктәпкә бара. Иң бәләкәс Арсенға ни бары 8 ай. Апай-ағайҙары бәләкәс бәпәйҙе  алмашлап ҡарап, өф итеп кенә торалар.

--Өйҙө һатып алдыҡ тиһәм дә,  бында күскәс, күп эштәрҙе үҙебеҙ эшләнек. Мунса һәм усаҡлыҡ төҙөнөк. Йорт соланын йылытып, аш-һыу бүмәһе эшләнек. Өйҙә бөтә заманса уңайлыҡтар булдырҙыҡ. Был эштә туғандар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Тирә-яҡ ҡола ялан ине, ирем йорт территорияһын ҡоймаланы, баҡсаға ерҙе эшкәртте,--тип һүҙ башланы Гөлсөм Аслаева.

Береһенән-береһе бәләкәй биш баланы ҡарау ҙа еңел түгел. Ә Гөлсөм ире оҙайлы вахтала ваҡытта ҡул ҡаушырып ултырмай.  Күпләп картуф, кәбеҫтә, йәшелсәләр үҫтерә, мал-тыуарҙың ағын эшкәртергә лә өлгөрә, ҡош-ҡорт та алып өлгөргән.

Мәҡәләнең дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 21-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас