

Районда йүнселдәрҙе тәбрикләү байрамы үтте. Эшҡыуарҙарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ директоры Марсель Кашаев байрам менән ҡотлап, уларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Улар араһында тәжрибәлеләре лә, яңы эш башлап торғандары ла бар. Дуҫтарса һәм эшлекле мөхиттә үткән байрамда йүнселдәр аралашты ла, үҙҙәре өсөн кәрәкле мәғлүмәт тә алды, үҫеш юлдары тураһында әңгәмә лә ҡорҙо.