

Кисә көндөҙ Мишкә районында теркәлгән ҡот осҡос аварияла ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән, тағы өс кеше дауаханаға оҙатылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мишкә ауылы янында, АЗС-тан 400 метр алыҫлыҡта, 42 йәшлек ханым идара иткән «Лада Веста» ҡаршыға килгән «ВАЗ-2110» менән бәрелешкән. Был автомобилдең рулендә 28 йәшлек ҡатын ултырған.
Ике бала, икенсе һәм дүртенсе класта уҡыған ҡыҙҙар, әсәйһеҙ ҡалған. Хәҙер уларҙың өләсәһенә ерләүҙе ойоштороуҙа ярҙам кәрәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 35 йәшлек ҡатындың да ике бәләкәй балаһы хәҙер етем. Мәрхүмдәр Сосновка ауылында йәшәгән. Район хакимиәте юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған ҡатындарҙың туғандары менән бәйләнештә.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар