ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2022, 11:26

Гәзиткә яҙылып, бүләк оттолар

Ағымдағы йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында үткәрелгән отош уйынының тәүге еңеүселәр билдәләнде.

Гәзиткә яҙылып, бүләк оттоларГәзиткә яҙылып, бүләк оттолар
Гәзиткә яҙылып, бүләк оттолар

 Даланлы гәзит уҡыусыларыбыҙ  Аҡъярҙан Зәлифә Исҡужина (өҫтәл ябыуы), Илмир Байғужин (ҡалаҡтар йыйылмаһы) отһа,  Яңы Ергән ауылынан Фәниә Ҡотоева (простыня) бүләктәр отто. 

  • Район гәзитенә яҙылғаныма 50 йылдан ашыу. Һәр һанын көтөп алып, уҡып сығам. Район һәм республика яңылыҡтары менән танышам. Электән гәзит-журнал уҡып өйрәнгәс, бер ҙә яҙҙырмай ҡалмайым. Редакция коллективына ижади уңыштар теләп ҡалам. Бүләк өсөн рәхмәт, - тине Зәлифә Шаһыбал ҡыҙы.
  • Йәштән гәзит алдырам. Бер мәҡәләне лә ҡалдырмай уҡып сығам. Аллаға шөкөр, 80 йәшем тулһа ла күҙлекһеҙ уҡыйым. Подписка кампанияһы башланғас та алдан яҙылып ҡуям. Киләсәктә лә шулай “районка” сығыуҙан туҡтамаһын, редакция хеҙмәткәрҙәре беҙҙе йөкмәткеле мәҡәләләр менән ҡыуандырып торһон. Барыбыҙға ла Хоҙай һаулыҡ бирһен, илдәр тыныс булһын,- тине Фәниә Абдулла ҡыҙы.
  • Район гәзитен йыл һайын яҙҙырабыҙ. Алдағы йылдарҙа башҡортсаһын да, руссаһын да алдырғайныҡ. “Хәйбулла хәбәрҙәре”ндә донъя күргән барлыҡ мәҡәләләр ҙә оҡшай. Әммә дин темаһына мәҡәләләр күбәрәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Сөнки күптәребеҙгә дин буйынса белем етеңкерәмәй. Бүләк отоуыбыҙға ҡыуанабыҙ. Редакция хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләп ҡалабыҙ, - тине Миләүшә Байғужина.

Киләһе отош уйындарында башҡа гәзит уҡыусыларҙың да бүләктәр отоуын теләйбеҙ. Кемдәр иһә 2022 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ, бүләктәр һеҙҙе көтә. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас