ЙӘМҒИӘТ
23 Май 2022, 11:27

Республикала -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә.

-

Республикала -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә.Республикала -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә.
Республикала -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә, йәшен ваҡытында киҫкен. Һауа температураһы төндә +2,+7, аяҙытҡанда һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +12,+17, көньяҡ-көнсығышта +22 градусҡа тиклем. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан.

Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә бер аҙ ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә. Һауа температураһы төндә +4,+6, көндөҙ +15,+17 градус була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-23/v-bashkirii-prognoziruyutsya-zamorozki-i-tuman-2814536

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас