

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында республика райондарында һабантуйҙар уҙғарылған ваҡытта хәмер менән сауҙа итеүҙең тыйылыуы хаҡында белдерҙеләр.
Был сикләү Башҡортостан Республикаһы 414-з Законының 6.2-се статьяһына ярашлы ғәмәлдә, тыйыу дөйөм туҡланыу хеҙмәттәре күрһәткәндә спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡағылмай.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ байрамдары графигын раҫлауын хәбәр иткәйнек, тәүгеһе 27 майҙа Йылайыр районында ойошторола. Ә Хәйбулла районында 11 майҙа.
Автор:Иван Вавилов