Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Май 2022, 08:15

Ике ауырыу, мыжыҡ ир араһында ут йотам...

...Ирем улының енләнгәнен күреп, шаҡ ҡатып торҙо ла: "Кемгә оҡшап шулай ул? Мин эштән ҡайтҡансы йоҡлап бөтһөндәр!" - тип үҙ бүлмәһенә инеп китте лә эстән бикләп үк ҡуйҙы...  

Ике ауырыу, мыжыҡ ир араһында ут йотам...
Ике ауырыу, мыжыҡ ир араһында ут йотам...

"Ғаиләлә атай кешенең абруйы, ҡаты һүҙе булырға тейеш, кәрәк саҡта малайҙарға ҡайыш ҡулланыу ҙа зыян итмәҫ, киреһенсә, мәлендә дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам ғына булыр. "Атайлы бала арҡалы" тип халыҡ белмәй әйтмәгән.

...Бик һайланмай ғына әле йәшәп ятҡан абзыйығыҙға кейәүгә сыҡтым. Ул - геолог, мин заводта эшләй инем танышҡан ваҡытта. Ғаиләбеҙ усағы ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә дөрләй башланы, артабан коммуналь торлаҡҡа күстек, шунан инде, ҡыҙыбыҙға - ун, улыбыҙға ете йәш тигәндә өс бүлмәле фатирлы булдыҡ. Ул яҡтан тормошобоҙ зарланырлыҡ түгел, бер ваҡытта ла ҡыйыҡһыҙ ҡалманыҡ.

Һүҙем икенсе нәмә - атайҙары бар көйөнсә атай тәрбиәһе күрмәгән, атай яҡлауын тоймаған балалар тураһында. Ирем иҫәпһеҙ-һанһыҙ ата-әсә бурысының ни икәнен дә аңламай ғүмерен уҙғарҙы. Уларҙы баҡсаға алып барыу-ҡайтыуҙы ла күрмәне, оҙон-оҙаҡ тойолған мәктәп йылдары ла яңғыҙ иңемә төштө, йыш сирләүҙәре тураһында ла белмәне, быларҙан тыш бихисап йөкләмә-бурыстарҙы нисек йырып сығыуым менән дә ҡыҙыҡһынманы...

Эше гел командировкалар менән бәйле булғас ни, тиеүселәргә әйтәм: юҡ, сәбәбе - үҙенең шундай ғәмһеҙ һәм битараф кеше булыуында, үҙен генә яратыуында. Атай булған әҙәм экспедициянан ҡайтҡан ваҡыттарында ла уларға яҡын килмәне, кабинет итеп үҙгәрткән бүлмәһенә инеп бикләнә лә ҡуя ине. Улыбыҙ зәғиферәк булып тыуғайны, үҫә килә, сире көсәйеп, тиҙ ҡуҙғыусанға, илаҡҡа, мыжыҡҡа әйләнде. Бер тапҡыр улының енләнеп иҙәнгә ҡулына ни эләгә шуны атып бәреүен күргәс, шаҡ ҡатып ҡарап торҙо ла: "Кемгә оҡшап шулай ул? Мин эштән ҡайтҡансы йоҡлап бөтһөндәр!" - тип үҙ бүлмәһенә инеп, эстән биген элеп үк ҡуйҙы. Ундай эс бошорғос хәтирәләр күп инде, һөйләй башлаһаң...

Тәүҙә балаларым аталарын һағынып, бүләктәр, унан да бигерәк хәбәрҙәрен әҙерләп көтә ине. Ә ирем өйҙә сағында ла уларҙы күрмәне шикелле, һәр хәлдә, ҡосаҡлап йә алдына ултыртып хәлдәрен һорашып ултырғаны булманы, урамға алып сыҡманы, бергә уйнаманы. Киреһенсә, үҙе бала кеүек беҙҙән иғтибар, ихтирам талап итер ине. "Атай ҡасан ҡайта?" тип түҙемһеҙләнеп көткән балалар ҙа ҙурайып, аң кереп, унан ситләшә, хатта ятһырай башланы бер ваҡыт, һәр ҡайһыһы үҙ-үҙенә бикләнде.

Ҡыҙым менән ҡыйынлыҡ булманы, ул үҙаллы, маҡсатлы булып ҙурайҙы. Ә бына малайҙың артынан яңғыҙыма ныҡлы ғына йүгерергә тура килде. Шунда атаһының янда булыуы, ярҙамы ныҡ кәрәк ине: ирҙәрсә ҡаты һөйләшәме, ҡайыш ҡулланамы - барыһына ла риза булыр инем, шулай иткәндә, бәлки, күп ауыр хәлдәрҙе урап үтер йә бергәләп еңел кисерер инек...

Ҡыҙым күптән инде кейәүҙә, айырым йәшәйҙәр. Улыма - 30 йәш, беҙҙең менән, моғайын, һаулығым еткәнсә уны шулай үҙем ҡарармын. Хәйер, ул ғына түгел минең елкәлә: пенсияға сыҡҡан, гел һыуыҡта йөрөгәнлектән, быуындары һыҙлаған ирем дә гел өйҙә хәҙер. Ҡыҫҡаһы, ике ауырыу мыжыҡ минең хәстәрҙә. Һәр икеһенә ярарға тырышып, көнө-төнө яндарында бөтөрөләм, баҡса үҫтерәм, автобустан автобусҡа күсеп ултырып үҫтергәнемде ташыйым, әҙерләп ашатам. Ҡасан һуңғы тапҡыр киноға йәки концертҡа барғанымды, дуҫ-иш, туғандар менән осрашып һөйләшеп ултырғанды ла хәтерләмәйем. Ял йорттары, шифаханалар тураһында әйтеп тороу ҙа юҡ.

Атай булған кеше тормош ағышын хәҙер үҙ бүлмәһенән генә күҙәтә, шау-шыуға, әллә ниҙә бер килгән ейәнсәренең тауышына башы ауырта, ҡан баҫымы күтәрелә. Магазиндан аҙыҡ-түлек алып ҡайтырға йә баҡсаға барып эшләшергә аяғы-биле һыҙлай, хәле юҡ. Уға ял һәм тыныслыҡ кәрәк. Ваҡытында ашарға-эсергә, дарыуын ҡабул итергә, мәлендә генә йоҡларға ятырға кәрәк. Шуның өсөн улын үҙе менән ҡалдыртмай, ҡайҙа барһам да, олоғайып бөткән баламды бергә алып йөрөйөм.

Бына ошондай тормоштан арыған ҡатын, әсә булараҡ, мин атай кешенең ҡаты ҡуллы, бер һүҙле булғаны, балаларының хәле, эштәре, һаулығы менән ҡыҙыҡһынып торғаны, кәрәк саҡта ҡайышын да тамыҙып ебәргәне яҡшы булалыр тип уйлайым.
Сәғиә апайығыҙ".

Фото: mamairebenok.com

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: