Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2022, 11:26

Бөгөн 9 йәш райондашыбыҙ ил сиген һаҡларға китте.

..

Бөгөн 9 йәш райондашыбыҙ ил сиген һаҡларға китте.
Бөгөн 9 йәш райондашыбыҙ ил сиген һаҡларға китте.

Бөгөн хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыштың тәүге төркөм егеттәрен тантаналы оҙатыу сараһы үтеп, барлығы 9 буласаҡ һалдат хәрби хеҙмәткә саҡырылды.

Хәрби хеҙмәткә юлланыусылар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, яҡындары өсөн дә алдағы бер йыл - һынау осоро. Ҡәҙерле улдарын көтөп ҡалыусыларҙың барыһын да бер теләк берләштерә - иҫән-һау, лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтһындар. Һынатмаҫ йәштәр, ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп, сыныҡҡан ысын ир-егеттәр булып ҡайтып төшөрҙәр.

Күңелдә армияла хеҙмәт итеүгә дәрт, теләк булғанда ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалыр. Әңгәмәселәрем дә хәрби хеҙмәткә барыу күптәнге етди ниәттәре икәнлеге хаҡында белдерҙе. Аҡ юл һеҙгә, егеттәр!

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: