Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2022, 09:28

15 йәшлек ҡыҙ - комала...

Мопедтар хәүеф сығанағы булыуҙан туҡтамай.

15 йәшлек ҡыҙ - комала...
15 йәшлек ҡыҙ - комала...

Бөрө юлында "УАЗ" автомобиле алдан китеп барған мопедҡа бәрелә. Уға 15 йәшлек ҡыҙ идара иткән була. Ҡаты бәрелеү һөҙөмтәһендә үҫмер күп төрлө тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға оҙатыла.

Әлеге мәлдә билдәле булыуынса, ҡыҙ комаға киткән. Табиптарҙың тикшереүе уның баш мейеһенең эстән ныҡ зарарланғанын күрһәткән. Уҡыусы ҡыҙ Бөрө үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлексәһендә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсенең хәле ныҡ ауыр тип баһалана. Ҡыҙға тиҙерәк һауығып, аяғына баҫыуын теләйбеҙ.

Көндәр йылытыу менән бындай төр транспортта йөрөгән бала-сағаны йыш күрергә мөмкин. Аварияға осрау өсөн күп тә кәрәкмәй - оло юлға сығыу, бәләкәй генә һаҡһыҙлыҡ йә иғтибарһыҙлыҡ, тиҙлекте арттырыу... Шуның өсөн балаларға мопед һатып алыр алдынан тәүҙә уларҙың быға әҙерлегенә инанырға, юл ҡағиҙәләре менән таныштырырға, хәүефһеҙ урындарҙан ғына хәрәкәт итеүҙе өйрәтергә бурыслыбыҙ.

Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.

Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:
Читайте нас: