Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Май 2022, 11:41

Һыу буйындағы ял хәүефһеҙ булһын

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 116  кешенең ғүмере өҙөлгән. 

Һыу буйындағы ял хәүефһеҙ булһын
Һыу буйындағы ял хәүефһеҙ булһын

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә 116  кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай фажиғәләрҙең күбеһе һыу инеү миҙегелендә теркәлгән. Мәҫәлән, 2021 йылдың майында ғына өс бала һәм алты өлкән кеше һыуға батып үлгән.

Быйыл 1 июндән 57 муниципалитет биләмәһендә 137 пляж асыу күҙаллана. Шул иҫәптән, Өфөлә – 10. Уҙған йылда 110 пляж эшләгән. Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, 2024 йылға 200 пляж асыу ҡаралған. Был турала республика Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов республиканың һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған кәүәшмәлә белдерҙе.

Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, ул ял итеүселәргә тейешле инфраструктура булдырырға, мәктәптәрҙә аңлатыу эшен көсәйтергә, балаларҙың өлкәндәрһеҙ һыу буйына барыуын нисек тыйыуҙы уйларға саҡырҙы.

Автор:
Читайте нас: