Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Май 2022, 09:23

Пионерҙар көнө менән, дуҫтар!

Бөгөн – Пионерҙар көнө. Тормошоноң бер өлөшөндә ошо бурысты атҡарған, “Һәр ваҡыт әҙер!” тип гел теүәллеккә, яҡтылыҡҡа ынтылған замандаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ!

Пионерҙар көнө менән, дуҫтар!
Пионерҙар көнө менән, дуҫтар!
Бөгөн – Пионерҙар көнө. Тормошоноң бер өлөшөндә ошо бурысты атҡарған, “Һәр ваҡыт әҙер!” тип гел теүәллеккә, яҡтылыҡҡа ынтылған замандаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ!
В.И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионерҙар ойошмаһына 1922 йылдың 19 майында нигеҙ һалына: ВЛКСМ-дың II Бөтә Рәсәй конференцияһында барлыҡ урындарҙа пионерҙар отрядтары булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә.
Совет мәлендә был көн уңайынан “Ленин дәрестәре” уҙғарыла; звенолар, отрядтар, дружиналар араһында уҡыу, спорт йәһәтенән өлгәш, металлолом, макулатура йыйыу һ.б. буйынса ярыштарға йомғаҡ яһала; парадтар, митингтар, сборҙар, концерттар, конкурстар үткәрелә; алдынғы уҡыусылар бүләкләнә, кис пионерҙар усағы яғыла.
Дөйөм алғанда, СССР ваҡытында Пионерҙар көнө совет балаларының иң төп байрамдарының береһе һанала.
Билдәле булыуынса, ҡайһы бер белем усаҡтарында был йола әле лә һаҡлана, нигеҙенә илһөйәрлек тәрбиәләү һалынған балалар ойошмалары, хәрәкәттәре эшләй.
 
  • Пионерҙарҙың атрибуттары.
  • Пионер галстугы – ҡыҙыл төҫтәге муйынға бәйләй торған косынка. Үҙенең билдәле бер бәйләү тәртибе бар. Галстуктың өс мөйөшө 3 быуындың айырылғыһыҙ бәйләнешен аңлата: комунист, комсомол һәм пионерҙың. Шулай уҡ значоктары ла булған. Һәр бер пионер галстук, значок тағып йөрөргә тейеш булған һәм уны йыуып, үтекләп дөрөҫ итеп бәйләп йөрөткән. Мәктәпкә галстукһыҙ килеү оят һыналған.
  • Артабанғы атрибут- пионер салюты. “ Көрәшкә һәм эшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” тигән саҡырыуға уң ҡулын маңлай тирәһенә күтәреп “Һәр ваҡыт әҙер”, -тип яуап биргән.
  • Пионерҙарҙың үҙ формаһы ла булған: өҫ яғы аҡ, аҫты күк.
  • Тимәк, пионерҙар формаларын кейеп, галстук, значок тағып, бөхтә кейенеп йөрөгән.
  • Сафҡа алынған саҡта тантаналы рәүештә пионер антын ятлағандар.
  • Ҡағиҙә, закондары түбәндәгесә яңғыраған:
  • Пионер –ышаныслы дуҫ, өлкәндәрҙе ихтирам итә, кескәйҙәргә өлгө, һәр эшен намыҫ менән башҡара
  • Тәртипле, дөрөҫлөк яҡлаусы
  • Эшһөйәр һәм һаҡсыл
  • Пионерҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү, тормоштарын ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн төрлө саралар үткәрелгән: концерттар, спорт ярыштары, походтар һ.б.
  • Ҡыҙыл галстуклылар тарафынан бик күп файҙалы эштәр башҡарылған:
  • -макулатура, металлалом йыйылған,
  • - оло кешеләргә ярҙам башҡарылған,
  • - хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнгән.
  • Ғөмүмән, пионерҙар һәр ваҡыт файҙалы эш менән мәшғүл булған.
  • Илебеҙ өсөн иң ауыр булған көндәрҙә лә пионерҙар һынатмай. Улар уҡырға ла, ололар менән бер рәттән колхозда эшләргә лә өлгөрәләр: ер һөрәләр, иген игәләр, бесән эшләйҙәр. Көҙ көндәре баҫыуҙа ҡалған игенде сүпләп, 1-2 биҙрә итеп колхоз келәтенә тапшыралар. Бигерәк тә иген утауҙа пионерҙарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур була. Үҙҙәренә бүлеп бирелгән 14-15 сутый ерҙәге билсән һәм башҡа ҡый үләнде ҡулдары менән йолҡоп таҙарталар.
Автор:Айнур Акилов
Автор:
Читайте нас: