Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Май 2022, 11:38

Инвалидлыҡ юллауҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә

..

1 июлдән Башҡортостанда инвалидлыҡ юллауҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелә. Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер шәхсән барып йәки ситтән тороп экспертиза үтергә мөмкин.

“Ситтән тороп экспертиза үтеү юлын һайлаған осраҡта, медицина документтары нигеҙендә ҡарар сығарыла — шәхсән килергә йәки документтар килтерергә кәрәкмәй. Барлыҡ мәғлүмәт комиссияға медицина ойошмаһынан ебәрелә. Махсус ҡорамал ярҙамында тикшереү үтеү талап ителһә, мотлаҡ килергә кәрәк. Медик-социаль экспертизаны шәхсән барып үтеүҙе һайлаған осраҡта, регистратураның электрон сервисы аша процедура үтеү көнөн һәм ваҡытын билдәләргә мөмкин”, — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

 Кемдәрҙең 1 июлдә инвалидлыҡ ваҡыты сыға, уларға ваҡытында медик-социаль экспертизаға йүнәлтмә юлларға кәрәк. 

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: