Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Май 2022, 12:55

1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта. ТУЛЫРАҠ

..

1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта. ТУЛЫРАҠ
1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта. ТУЛЫРАҠ

Рәсәйҙә 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ уртаса 4% арта, тип хәбәр итте ТАСС илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ереськоға һылтанма менән.

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар йылына бер тапҡыр — 1 июлдән үҙгәрә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләме билдәләнгән индекстарҙан артмаҫҡа тейеш. Быйыл илдә индекс уртаса 4% үҙгәрә», — тине ул.

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығында белдереүҙәренсә, 2022 йылда коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән өсөн пеня өҫтәү шарттары үҙгәрҙе. Ил хөкүмәте Үҙәк банктың штраф санкциялары күләмен иҫәпләү өөн ҡулланылған ставканы 9,5% кимәлендә теркәне.

Автор:
Автор:
Читайте нас: