Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Май 2022, 12:02

“Телеграм”да “сәләмәтлек чаттары” ойошторолдо

Башҡортостанда “Телеграм” мессенджерында “сәләмәтлек чаттары” булдырылды. Медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы һорауҙарығыҙҙы шунда яҙһағыҙ, һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле ике сәғәт эсендә яуап ҡайтарасаҡ.

“Телеграм”да “сәләмәтлек чаттары” ойошторолдо
“Телеграм”да “сәләмәтлек чаттары” ойошторолдо

Башҡортостанда “Телеграм” мессенджерында “сәләмәтлек чаттары” булдырылды. Медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы һорауҙарығыҙҙы шунда яҙһағыҙ, һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле ике сәғәт эсендә яуап ҡайтарасаҡ. Чаттар “Здравконтроль” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта.

“Сәләмәтлек чаттары” һәр медицина округында аҙнаһына алты көн (дүшәмбенән шәмбегә тиклем) иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй.

Һәр чатҡа баш табиптар, уларҙың урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре, модераторҙар һәм волонтерҙар йәлеп ителгән. Улар табипҡа инеүгә, медицина тикшерелеүенә һәм анализ үтеүгә яҙылыу алымдары тураһында, өйгә медицина хеҙмәткәрен нисек саҡыртыу хаҡында һөйләйәсәк, норматив документтар һәм башҡа һорауҙар буйынса консультация бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта чатта дауалау билдәләнмәй, диагноз ҡуйылмай, дарыуҙар һәм түләүле хеҙмәттәр хаҡтарына, “ашығыс ярҙам” эшенә, дауаханаға ятыуға ҡағылышлы һорауҙар ҡаралмай.

Башҡортостандағы “сәләмәтлек чаттары” исемлеге:

  1. Дыуан медицина округы – https://t.me/+8Nc_asiOCJA5YTEy 
  2. Нефтекама медицина округы – https://t.me/+v8G1YQypTWA5NDFi 
  3. Бөрө медицина округы – https://t.me/+s9E82ULee7oxMjky
  4. Белорет медицина округы – https://t.me/+gaLTmtcASCMzOWYy
  5. Сибай медицины округы – https://t.me/+gigpYxqH71llYjli
  6. Күмертау медицина округы – https://t.me/+mNUcVxEtMhc0NzJi
  7. Октябрьский медицина округы – https://t.me/+MrE-g_Ue6hIxYTcy
  8. Стәрлетамаҡ медицина округы – https://t.me/+KLXBfN7adE84ZTcy
  9. Өфө ҡалаһы округы медицина округы – https://t.me/+zEO2nmm02N8zYzVi
  10. Үҙәк медицина округы – https://t.me/+qsiDHOAZWMk5NjFi

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас: