Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Май 2022, 14:28

Рәсәйҙең көньяғындағы һәм үҙәгендәге 11 аэропортына осоштарҙы сикләү йәнә оҙайтылды

-

Рәсәйҙең көньяғындағы һәм үҙәгендәге 11 аэропортына осоштарҙы сикләү йәнә оҙайтылды
Рәсәйҙең көньяғындағы һәм үҙәгендәге 11 аэропортына осоштарҙы сикләү йәнә оҙайтылды

Рәсәйҙең 11 аэропортына осоштарҙы ваҡытлыса сикләү режимы  2022 йылдың 25 майына тиклем оҙайтылды.

Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттары ябыҡ.

Рәсәй авиакомпанияларына пассажирҙарҙы Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар буйынса ташыуҙы ойошторорға тәҡдим ителде. Илдең башҡа аэропорттары штат режимында эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-18/zapret-na-polety-v-11-aeroportov-yuga-i-tsentralnoy-chasti-rossii-vnov-prodlen-2808404

Автор:Азат Ғиззәтуллин.
Автор:
Читайте нас: