Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2022, 10:50

Әсә бәхете

«Өфөгә ҡайттым», – тине ул, шылтыратыуҙы ҡабул итеп. Киләһендә инде: «Мин – Ҡаҙанда», – тип шаҡ ҡатырҙы. Тормошо ике республика араһында үткән бик етеҙ, мөләйем ханым – оҙайлы гастролдәр менән йәшәгән актриса түгел, ә бик билдәле йырсының әсәһе. Таныш булығыҙ  – Нәфисә Юлъяҡшина.

Әсә бәхете
Әсә бәхете

Нәфисә Урал тауҙарының матур итәгендә урынлашҡан Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән.  Шәһиҙә һәм Зәйнулла Нәзировтарҙың ишле ғаиләһендә 8 бала араһында 6-сы булып донъяға килгән. «Атайым менән әсәйем бик тыныс холоҡло кешеләр ине. Әсәйемдең оҙон ҡара сәстәрен, хәс тә Радиктыҡы кеүек зәңгәр-йәшкелт күҙҙәрен бер ҙә оноторлоҡ түгел. Бала сағым үткән Таубашы урамы бөгөн дә кескәйҙәрҙең шат ауазынан гөрләй, таныш һуҡмаҡтарға йыш ҡына ҡайтып урайым», – тип һүҙ башланы Нәфисә Зәйнулла ҡыҙы.

Мәктәпте тамамлап, ситкә киткән Нәфисә тыуған ауылына бер ҡайтҡанда Мөхәрләм исемле егет менән таныша. Ул тракторсы-машинист һөнәренә ситтә уҡып алған һәм әле «Беларус» тракторында, төрлө ауыл хужалығы техникаһында эшләп йөрөгән була. Ауылда комсорг итеп тә һайлап ҡуялар үҙен. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан мыҡты кәүҙәле егет булып килеп инә ул Нәфисәнең тормошона. Йәштәр ике йыл осрашып йөрөй. Был ваҡытта ҡыҙ Өфөлә йәшәй. Мөхәрләм һөйгәне артынан баш ҡалаға күсеп бара. Икеһе лә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. 1986 йылдың май айында улар өйләнешә. Әмәлгә ҡалғандай, төҙөүселәр ғаиләһенә Черниковка биҫтәһендә торлаҡ бирәләр. Ғаиләлә тыуған тәүге ҡыҙ бала менән Юлъяҡшиндар фатирға күсеп сыға. Радик шул йортта донъяға килә.

– Төҙөлөш өлкәһендә үҙләштермәгән һөнәрем ҡалманы. Штукатур-буяусы, кафель һалыусы һөнәрҙәрен дә алдым, иптәшем балта оҫтаһы булды. Бер ниндәй ҙә вазифалар биләмәнек, ябай эшсе ғаиләһе инек. Ҡыҙғанысҡа, Мөхәрләм 38 йәшендә генә яҡты донъянан китте. Әммә улына юрағаны юш килде. Бәләкәйҙән моңло Радикка атаһы: «Улым йыраусы булыр», – тип әйтә торғайны. Иҫәнлеге булып йәшәһә, бөгөн түбәһе күккә тейеп шатланыр ине...

Радиктың йыр-моңға һәләте хаҡында һүҙ йөрөткәндә, атаһы яғынан гармунда уйнаусылар бар, әсәйемдең тауышы моңло ине, – ти Нәфисә ханым.

Радик бәләкәй сағында баянда һәм ҡурайҙа уйнаған. Атаһының малайына һуңғы бүләге лә баян була.

Һәр кем өсөн балаһының уңыш-ҡаҙаныштары, табипмы, артисмы йәки башҡа берәй һөнәр кешеһеме ул, йәмғиәткә файҙа килтергән булдыҡлы кеше булыуы – икеләтә бәхет.

Ике баланы яңғыҙы тәрбиәләгән ҡатындың күргән-кисергәндәрен уның үҙенән башҡа берәү ҙә белмәй. Шуның ише тормошоноң ул яғы тураһында бик һөйләргә яратмай Нәфисә ханым. Уның ҡарауы, бөгөн ул арҡалы, таяныр, башын терәр кешеһе бар. Әлеге тормошо өсөн улы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Радик Юлъяҡшинға бик рәхмәтле.

– Һәр баланың ата-әсәһенә мөнәсәбәте алған тәрбиәһенән тора. Радик улым миңә лә, тирә-яҡтағыларға ла бик миһырбанлы, ярҙамсыл. Ошо матур сифаттарҙы беҙ уға һала алғанбыҙ, тип уйлайым. Уның  хәстәрлеген һәр ваҡыт тоям.  Мине уйлап йөрөймө икән, хатта сауҙа нөктәләренән заказ менән ашарға ла ебәрә, һәр ваҡыт борсола. Бына ошондай улдың әсәһе булыу – үҙе бәхет, – тип һөйөнә әңгәмәсем.

Ә тәрбиәгә килгәндә, үҙҙәре, төрлө милләт араһында эшләп йөрөгән ябай эшселәр, рухлы кешеләр булараҡ, балаларына әсә теленең бөйөклөгөн бик иртә һеңдергән. Ҡыҙы Регина ла, улдары Радик та балалар баҡсаһында руссаны бик тиҙ үҙләштерә. Ә өйҙә аралашыу тик башҡортса була.

– Ауылда тыуып, үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә аралашып йәшәп, ҡалаға килгәс, руссаға күсеп китмәнек. Ғаиләлә һәр ваҡыт үҙебеҙсә һөйләштек. Радик шул арҡылы башҡорт телен бик яҡшы белеп үҫте, туған телдән уҡыуы ла һәйбәт ине, шиғырҙы ла еңел ятланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: шиғырҙы көйгә һала ине, шулай тиҙерәк иҫтә ҡалғандыр. Бөгөн дә өйгә килгән иптәштәре менән русса һөйләшеп тора ла, миңә әйләнеп, башҡортса һүҙ ҡуша. Эй, аптырайҙар шуға. Балалар менән күберәк бергә йөрөргә, һөйләшергә, серләшергә кәрәктер, – ти Нәфисә ханым.

Ул үҙе лә ҡыҙы һәм улы менән театрҙарға, концерттарға йөрөргә ярата.

– Радикты мин гел театрға алып барҙым. Башҡорт, татар сәнғәт ҡорамдарында йыш булдыҡ беҙ. Шулай бер ваҡыт «Нур» татар дәүләт театрында бер ҡыҙғаныс спектакль ҡараныҡ. Ләкин телде күп ерҙә аңламай ҡалабыҙ. Сөнки татарсаның әйтелеше тиҙ. Радик тамаша буйы еңемдән тартып сыҡты: «Әсәй, нимәкәй тинеләр, нишләп ул үлде?» – тип һораша. Автобуста ҡайтҡанда бөтә спектаклде ҡайтанан һөйләп сыҡтым, – тип көлә бәхетле әсә. 

Балаларҙың киләсәген бер кем дә алдан әйтеп бирә алмай. Ләкин һәр кем үҙ ғәзизенә бәхетле яҙмыш теләй. Нәфисә Зәйнулла ҡыҙы,  улымдың бөгөнгө ҡаҙаныштары – ғаиләләге һәр кемдең тырышлығы ул, тигән фекерҙә.

– Радик Өфөнөң 48-се башҡорт мәктәбендә уҡыны. Йыр уҡытыусыһы Ирғәле Байрамғолов мине саҡырып алды ла: «Улығыҙҙың моңо бар, әйҙә, УМПО-лағы йыр түңәрәгенә йөрөһөн», – тине. Ижад юлына башланғыс ошо булғандыр. Финанс хәлебеҙ насарыраҡ ине, бер йырын бик ыҙалыҡ менән яҙҙырҙыҡ. Телеүҙәктә эшләгән Ғәлинур Юламановты табып,  йырына аранжировка яһаттыҡ. Ул йылды Радик, Санкт-Петербург, Финляндияла үткән фестивалдәрҙә ҡатнашып, тағы дәртләнеп ҡайтты. Баламдың музыкаға ынтылышы артҡас, кредит аҡсаһына компьютер алып бирҙем. Бергәләп синтезатор, телефон өсөн аҡса йыйҙыҡ. Өҫтәмә эш ала торғайным. Музыка кәрәк-ярағына аҡса йәлләмәнек. Радик үҙе лә, яныма килеп, ярҙамлаша ине. Беренсе концертына әҙерләнгәндә  бурысҡа баттыҡ. Тәүгә эш башлауы анһат түгел инде. Нисектер улыма ышандым. Әммә ул тиклем үк үрҙәргә барып етер тип уйламағайным. Музыкант булыр, тип фаразланым. Балаларымдың икеһе лә бик иртә аҡса эшләне. Радик унынсы класта уҡ музыка яҙҙыра ине, тәүге альбомын сығарҙы. Регина ҡыҙым да төҙөлөштә ярҙамлашты, сәскә һатты. Шунан, аҡса алғас, икеһенә лә, һеҙҙең өлөш, тип бүлеп бирә инем. Улар аҡсаның ҡәҙерен бәләкәйҙән белеп үҫте, – ти Нәфисә ханым.

Юлъяҡшиндарҙың тормош юлы тылсымлы әкиәт кеүек ул. Барыһы ла Хоҙай ҡулында, тик тырышлыҡ барыбер ҙә ерҙә ятып ҡалмай. Хәҙер ғаилә Ҡаҙанда, Радик һалған ҙур йортта, йәшәй. Нәфисә Зәйнулла ҡыҙы урындағы башҡорт диаспораһы менән бик тығыҙ аралаша, берлектәге байрамдарҙа ҡатнаша. Әсә кеше өсөн уҙып барған йыл тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға менән хәтерҙә ҡалды – ул ҡәйнә булды, йортона килен төшөрҙө.

– Элекке уҫал ҡәйнәләр заманы түгел хәҙер. Йәштәр йәштәрсә йәшәһен. Улым менән киленемдең тормошона ҡыҫылмайым. Балалар үҫтергәс, мәле етеү менән һәр кем ошо ҡыуанысты көтөп ала. Уҙып барған йыл минең өсөн шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең ғаиләлә лә  никах, туй тантанаһы гөрләп үтте. Киленебеҙ Удмуртияның Ижау ҡалаһынан, – тип дауам итә әңгәмәсем.

Ҡасандыр буласаҡ килене хаҡында ла, улымдың музыкаһын аңлаған һәм оҙайлы гастролдәр менән бергә йәшәү рәүешен ҡабул иткән кеше булһын, тип теләгән. Күрәһең, Радик үҙенең күңеленә оҡшаған йәрен тапҡан. Йәштәр бәхетле генә булһын! Яңы йылды  ғаилә Ҡаҙанда ҡаршы аласаҡ. Байрам табынына хужабикә йыл да улы яратҡан турама әҙерләй. «Килен» салатын бик яратып ашайҙар ғаиләлә. Юлбарыҫ йылы яҡынлашыуын иҫәпкә алып, өҫтәлдә мотлаҡ «Арыҫлан» турамаһы ла буласаҡ. 

– Бөтә Башҡортостан халҡына Яңы йылда Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ насип итһен. Имен булайыҡ, бәхет бер кемде лә урап үтмәһен! – шундай теләген еткерҙе Нәфисә Зәйнулла ҡыҙы журнал уҡыусыларға.

Автор:Гөлнур Ишбулатова.
Автор:
Читайте нас: