Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2022, 15:17

Авдон себештәрен алығыҙ!

Иртә яҙҙан күптәр себеш-бәпкәләр алыу хәстәрен күрә башлай. Ни тиһәң дә, үҙең үҫтергән ҡош-ҡорт итенән дә яҡшыһы һәм тәмлеһе юҡ. Кемдәрҙер бер тәүлеклекте алһа, икенселәр артыҡ мәшәҡәтләнмәҫ өсөн ҙурырағын һайлай. Һәр кем үҙенең мөмкинлегенә ҡарай.

Авдон себештәрен алығыҙ!
Авдон себештәрен алығыҙ!

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Илгиз Күсәков ҡошсолоҡ менән 3 йыл шөғөлләнә. "Авдон" ҡошсолоҡ фабрикаһынан ҡаҙ, өйрәк, күркә, бройлер себештәрен һата.
–Игенселәрҙеке кеүек үк, беҙҙең дә иң ҡыҙыу осор әле. Май, июнь, июль айҙарында алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килә. Һәр сәғәт ҡәҙерле, ни тиһәң дә, бер нисә айҙа ғына табыш алабыҙ бит, йылдың күп өлөшө фәҡәт сығымдар менән үтә. Үҙебеҙҙең инкубатор булмағас, ҡоштарҙы, ышаныслы, белгән "Авдон" ҡошсолоҡ фабрикаһынан килтерәбеҙ. Халыҡҡа тәүлеклек, ике аҙналыҡ, айлыҡ, 40 көнлөк себештәр тәҡдим итәбеҙ, – тип һүҙ башланы эшҡыуар.
Тоҡомдарға килгәндә, Линда, Губернатор, Эре һоро тоҡомло ҡаҙҙар, бройлерҙың – кобб 500, күркәнең Хайберг тигәнен һаталар икән. Илгиз Сәйфулла улы әйтеүенсә, халыҡ ҡыҫҡа аяҡлы кобб 500 тоҡомло бройлерға өҫтөнлөк бирә. Ҡаҙҙарҙың иһә эрерәктәрен һайлайҙар.
"Себештәрегеҙҙең ҡош киҙеүе менән сирләгәне юҡтыр?" – тип һорағас, Илгиз Сәйфулла улы ышаныслы ҡараш менән: –Аллаға шөкөр, ундай хәлдәр булманы. Ветеринария талаптары үтәлә, вакцина эшләнгән. Ваҡытында тейешле саралар күрелгәс, беҙҙекеләр ауырымай. Һатырға килтерелгән себештәр төрлө вирус һәм бактериялы ауырыуҙарға прививкаланған булырға тейеш – был мөһим талап, – ти ул.
Уңған хужа себеш-бәпкәләрҙе ҡоштар өсөн тейешле температураны һаҡлаған урында тота. Унда бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Әйткәндәй, Илгиздең ҡустыһы Ирек "Гай тау-байыҡтырыу комбинаты"нда эшләһә лә, вахта араһында ҡайтып, ағаһына ярҙам итә. Хужалыҡта миҙгеленә яҡынса 50 мең себеш һатыла.
–Өйҙән генә түгел, аҙна һайын баҙарға сығып һатабыҙ. Беҙҙең себештәр сифаты яғынан яҡшы. Миҙгелде июль аҙағында ябабыҙ. Хәйбулланан тыш, башҡа райондарҙан себештәрҙе алырға киләләр. Беҙ ҡоштарҙы аҫрау өсөн кәрәкле ветеринар һәм санитар шарттарҙы үтәйбеҙ. Һатып алыусыларға, иң тәүҙә себеш-бәпкәләрҙе торасаҡ урынды дезинфекцияларға кәңәш итер инем. Иң мөһиме, себештәр хәстәрлекле ҡулдарға эләкһен. Ҡош-ҡорт торған урында һауа яҡшы алмашырға тейеш. Бройлерҙарҙы артыҡ иркендә тоторға кәрәкмәй: ашарға-эсергә, бер аҙ йөрөргә урын булһа, шул еткән. Сөнки улар иреклектә йөрөһә, буйға ғына үҫеп, бик һимермәйәсәк. Комбиаҙыҡ сифатлы булырға тейеш, – ти уңған хужа.

ФЕКЕРҘӘР:

Рина Ғүмәрова, Бүребай ауылы:
–Өсөнсө йыл рәттән Илгиз Күсәковтан ҡош алам. Себештәре бик яҡшы. Сөнки уларға антибиотик эшләнелгән, витаминдар һалынған. Уларҙы яҡшы ҡараһаң, береһе лә үлмәй, ауырымай. "Авдон" фабрикаһыныҡы, әлбиттә, айырыла, сөнки сифаты яғынан яҡшы. Йыл да 50-ләп бройлер алам. Кобб 500 тоҡомлоһо бик эре. Хатта, биш килоға етә. Ҡаҙға килгәндә, һоро эре йәки Линда тоҡомлоһон алам. Уларҙың ауырлығы ете килоға етә. Шулай уҡ, күркә себештәрен алам. Йыл да күпләп алып, үҙебеҙгә, балаларға үҫтерәм.
Айһылыу Килдебаева, Аҡъяр ауылы:
–Ошо көндәрҙә район үҙәгендә үткән Иҙел Нурғәлиндың концертына барып, тамаша ғына ҡарап ҡайтманым. Эшҡыуар Илгиз Күҫәковтың 2000 һумлыҡ сертификатын оттом. Ул сертификатҡа бройлер себештәре алып ҡыуандым. Уға ҙур рәхмәт әйткем килә, эштәрендә уңыштар теләйем.

Гүзәл Бохарбаева.

 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: