

15 май Халыҡ-ара ғаилә көнө. Ғаилә ул- мөхәббәт. Ғаилә ул-шатлыҡ. Ғаилә ул-изгелек һәм мәрхәмәтлек. Ғаилә - ул бер-береңде аңлау һәм ышаныс. Ғаилә - ул балалар.
Миндә үҙемдең "икенсе ғаиләмде" Степной ауылы "Айгөл" балалар баҡсаһының "Йондоҙсоҡ" төркөмөн байрам менән ҡотлағым килә. Ысынында бит, балалар баҡсаһы беҙҙең балалар өсөн икенсе ғаиләгә әйләнә бит инде, 5 йыл эсендә кескәйҙәрҙә, беҙҙә бер-береҙгә шул тиклем өйрәнеп, эҫенеп китәбеҙ, ял көндәре етһә бер-беребеҙҙе һағынып бөтәбеҙ.Ошо кескәйҙәремде киләсәктә матур, батыр, һөйкөмлө, алсаҡ, изгелекле, игелекле телебеҙҙе, илебеҙҙе яратыусы илһөйәрҙәр булып уҫеүҙәрен теләйем.