


Көндәрҙең береһендә атаһы улына "Кеше һүҙе"нең нимә икәнен аңлатырға булып китә. Улын үҙе менән ҡуша бер ишәккә ултырта ла юлға сыға.
Бына юлда бер ауыл осрай. Юлдарына сыҡҡан тәүге таныш булмаған кеше был икәүҙе битәрләй ҙә башлай.
— Оят түгелме икәүләшеп бер ишәккә атланып барыуы. Бахыр хайуанҡай! — тип һүгә-һүгә юлын дауам итә.
Атаһы ишәктән төшөп, йәйәүләп юлын дауам итә. Бына атайлы-уллы икенсе бер ауылға барып етә. Был ауылда инде улын әр-битәргә күмәләр:
— Бынау егетте ҡарағыҙ әле, атаһын йәйәү атлатып, үҙе ишәккә атланған. Оят түгелме һиңә?
Сират йәйәү атлау өсөн улына етә. Ата кеше ишәккә атлана, улы йәйәү атлай. Өсөнсө ауылда был икәүҙе йәнә тәнҡит ҡаршы ала:
— Ҡарағыҙ әле бынау ҡартласты. Быуыны ла нығынмаған улын йәйәү атлатып, үҙе ишәккә атланған. Кит, әҙәм мәсхәрәһе!
Атайлы-уллы урманға туҡтай. Ағастан һайғау эшләп, ишәкте ҡуша бәйләйҙәр ҙә, күтәреп алалар. Бына дүртенсе ауылға барып етәләр. Бында инде быларҙы ахмаҡлыҡта ғәйепләйҙәр:
— Ҡарағыҙ әле бынау икәүҙе. Был тиклем дә ахмағыраҡ кешеләрҙе осратҡаныбыҙ юҡ ине. Ағасты әрәм итеп һайғау эшләгәндәр бит әле! Ишәкте өйҙә ҡалдырһалар ни булған?
Хәҙер инде атайлы-уллы ишәкте етәкләп кенә алалар. Был юлы ла риза булмай халыҡ:
— Күҙле бүкәндәр! Ишәкте буштан-тиккә етәкләп барсы әле? Исмаһам береһе атланһа ла, файҙаға ғына булыр ине!
Атаһы улына ҡарай ҙа:
— Күрҙеңме улым, кешегә нисек кенә ярарға тырышма, кире тәнҡитләгәне табылыр. Шуның өсөн кеше һүҙе менән түгел, үҙ аҡылың менән йәшәргә кәрәк. Хәҙер аңланыңмы инде, улым? — тип һорай.
— Аңланым, рәхмәт, атай! — тип улы яуаплай.
Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА тәржемәһе.