ЙӘМҒИӘТ
11 Май 2022, 06:06

Бер бала ваннала йыуынғанда һөрөм газынан ағыуланған

-

Бер бала ваннала йыуынғанда һөрөм газынан ағыуланғанБер бала ваннала йыуынғанда һөрөм газынан ағыуланған
Бер бала ваннала йыуынғанда һөрөм газынан ағыуланған

11 майҙа төндә Өфөнөң Калинин районындағы Беренсе Май урамында урынлашҡан йортта йәшәүселәр махсус хеҙмәттәргә шылтыратҡан.

Баланың туғандары 10 йәшлек малайҙың ваннала йыуынғанда һөрөм газынан ағыуланғанын хәбәр иткән.

Уны 17-се дауаханаға алып киткәндәр һәм медицина ярҙамы күрһәткәндәр, а аҙаҡ туғандары менән өйөнән ҡайтарып ебәргәндәр.

Был хәлгә көнкүреш газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпе булыуы ихтимал. Авария бригадаһы йорттоң биш фатирына газ биреүҙе ваҡытлыса туҡтатҡан.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас