ЙӘМҒИӘТ
10 Май 2022, 07:43

Халҡыбыҙ йолалары. Имәлтә

Ышаныуҙар буйынса, балаға күҙ теймәһен өсөн, ауырыһа им булһын, ғаиләлә бала үлеп торһа, яңы тыуған бала йәшәһен, торһон, тип; килен алғанда, ҡыҙ биргәндә йәштәр бәхетле, ырыҫлы булһын, тип, өйҙән-өйгә йөрөп сепрәк киҫәктәре йыйырға кәрәк. Уларҙан ҡорап тегелгән әйбер имәлтә була.

Халҡыбыҙ йолалары. ИмәлтәХалҡыбыҙ йолалары. Имәлтә
Халҡыбыҙ йолалары. Имәлтә

Ышаныуҙар буйынса, балаға күҙ теймәһен өсөн, ауырыһа им булһын, ғаиләлә бала үлеп торһа, яңы тыуған бала йәшәһен, торһон, тип; килен алғанда, ҡыҙ биргәндә йәштәр бәхетле, ырыҫлы булһын, тип, өйҙән-өйгә йөрөп сепрәк киҫәктәре йыйырға кәрәк. Уларҙан ҡорап тегелгән әйбер имәлтә була. Функцияһы менән имәлтә ҡот, бетеү, өлөш һүҙҙәренә тура килә. Башҡорт телендә имәлтә күлдәк, имәлтә кәпәс, имәлтә юрған, имәлтә бишмәт, имәлтә йыйыу, имәлтә биреү, имәлтә таяғы тигән һүҙбәйләнештәр бар.

Был һүҙбәйләнештәр имәлтәнең һаҡлау, ҡурсалау, өлөшлө итеү функцияһына эйә икәнлеген күрһәтә. (Башҡортостан календарынан)

Автор:
 
Автор:
Читайте нас