ЙӘМҒИӘТ
7 Май 2022, 06:44

Пенсия, эш хаҡы һәм социаль түләүҙәрҙе арттырыу

Рәсәйҙә хаҡлы ялдағыларҙың пенсия аҡсалары автоматик рәүештә өҫтәлә. Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Светлана Бессараб үҙәк каналдарға әңгәмәһендә хәбәр иткән.

Пенсия, эш хаҡы һәм социаль түләүҙәрҙе арттырыуПенсия, эш хаҡы һәм социаль түләүҙәрҙе арттырыу
Пенсия, эш хаҡы һәм социаль түләүҙәрҙе арттырыу

Рәсәйҙә хаҡлы ялдағыларҙың пенсия аҡсалары автоматик рәүештә өҫтәлә. Был хаҡта Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Светлана Бессараб үҙәк каналдарға әңгәмәһендә хәбәр иткән.

Уның билдәләүенсә, Пенсия фондының да һанлы технологияларға күсеүе күп һорауҙарҙы  автоматик рәүештә хәл итеү мөмкинлегенә эйә. Шуға күрә өҫтәмә ғаризалар йыйыу талап ителмәй.

Әлеге ваҡытта пенсия аҡсаларын күтәреү мәсьәләһе тармаҡ ведомстволарында хәл ителә. Ул 8 проценттан 9 процентҡа тиклем арттырыласаҡ.

Унан алдараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә пенсияны, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын күтәреү, шулай уҡ социаль түләүҙәрҙе арттырыуға мөмкинлек табыуҙы ҡушҡайны.

Автор:Гөлнур Ишбулатова.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-05-06/pensiya-esh-ha-y-m-sotsial-t-l-r-e-arttyryu-2794734
Автор:
Читайте нас