

6 майҙа «Аэрофлот» авиакомпанияһы Төркиә ҡалаларына даими рейстар асты. Мәскәүҙең «Шереметьево» аэропортынан көнөнә ике тапҡыр Анталияға һәм Истанбулға осорға мөмкин.
Шулай уҡ 11 һәм 13 майҙа Үзбәкстанға рейстар тергеҙелә. Атап әйткәндә, Бохараға, Ургенчҡа һәм Сәмәрҡәндкә, тиелә «Аэрофлот»тың рәсми сайтында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй авиакомпанияһы, сит ил компанияларында лизингта булған самолеттарға арест һалыу хәүефе янауы сәбәпле, март башында Төркиәгә даими рейстарҙы туҡтатҡайны.