

Яңыраҡ Әлфиә Хәйҙәрова республика етәксеһе ҡулынан “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалын алды.
Һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелгән награда осраҡлы бирелмәй. Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы 40 йылдан ашыу Бүребай ауыл биләмәһендә эшләп, коллегалары һәм йәмәғәтселек алдында абруй ҡаҙанды.
Хөрмәтле Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы, һеҙҙе лайыҡлы наградағыҙ менән ҡотлайбыҙ. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!